Тотальный диктант

17 октябрҙә бөтә донъя менән диктант яҙыу планлаштыра. Был сара “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Проекттың рәсми сайтында һәм “#пишемдома” яңы форматында махсус форма аша онлайн яҙырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһы көнө

Башҡортостан Республикаһының тыуған көнөнә арнап гимназияла конкурстар, ярыштар, “Башҡортостан – тыуған төйәгем” тип исемләнгән шиғыр бәйгеләре үтте, йырҙар тыңлаңды. Был саралар уҡыусыларҙа патриотизм, тыуған илебеҙ менән ғорурланыу тойғоһон тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам булды.

Милли кейем көнө

11 сентябрҙә  республика халҡы Милли кейем көнөн билдәләй. Сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында үткәрелә был саралар. Ошо уңайҙан “Милли кейемдә – халҡым мираҫы” флешмобына ҡушылып гимназияла Берҙәм милли кейем көнөнә арналғал дәрестәр, класс сәғәттәре үтте. Маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен үҫтереү, милләттәр дуҫлығын һаҡлау.Унда уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡатнашты.